Райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков сараны асып, яугирҙең тормош юлы менән таныштырҙы.
— Бөгөн беҙ контракт хеҙмәте рядовойы Алмас Фәйзуллинды һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ул Дәүләт ауылында тыуып-үҫкән. Туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң Магнитогорск ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында «Төҙөлөш эштәре мастеры» һөнәрен үҙләштергән. Уҡып бөткәс, ошонда эшкә ҡалған. Алмас Мәғәфүр улы ил именлеге өсөн яуға юлланған меңәрләгән батыр егеттәр кеүек, ситтә тороп ҡала алмай. Ошо йылдың ғинуар айында махсус операцияға китергә ҡарар ҡабул итә һәм Һамар ҡалаһындағы хәрби часкә эләгә, — тине Максим Валентинович. — Ғаиләһенең, ата-әсәһенең терәге булған яҡташыбыҙҙы онотмаҫбыҙ.
Яугир менән хушлашыу сараһында район башлығы Илдар Нафиҡов сығыш яһаны.
— Беҙҙең район тағы бер улын юғалтты. Беҙ мотоуҡсылар бүлексәһе яугиры Алмас Фәйзуллин менән бәхилләшәбеҙ, — тине Илдар Таһир улы. — Яҡташыбыҙ ысын ир-егет булараҡ, Тыуған илебеҙ мәнфәғәтен яҡларға ҡарар ҡабул итте һәм үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Алмас барыбыҙ өсөн дә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булып ҡаласаҡ. Шундай ул тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Әсәһе Гәүһәр Арыҫлан ҡыҙы һәм атаһы Мәғәфүр Рәфҡәт улының, бөтә туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Алмас хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Алмас Мәғәфүров хеҙмәт иткән часть вәкиле Алексей Иванов яугирҙың ғаиләһе һәм яҡындарының сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе.
— Мөләйем, изге күңелле, асыҡ йөҙлө Алмас беҙҙең йөрәктәрҙә тик йылмайған килеш иҫтә ҡалыр, — тине туғандары исеменән һүҙ әйткән Гөлшат Хөсәйенова. — Ҡустыбыҙҙы хөрмәт итеп, уны һуңғы юлға оҙатырға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Алмастың урыны ожмах түрендә булһын.
Ауылдаштары исеменән уҡытыусыһы Йәмилә Шәрипова сығыш яһаны.
— Ҡәһәрле һуғыш ауазы беҙҙең ауылды ла урап үтмәне. Алмас 1996 йылда беренсе класҡа килде һәм 2006 йылда мәктәпте уҡып бөттө. Тыйнаҡ, эшһөйәр, тырыш булды, — тине Йәмилә Хәмзә ҡыҙы. — Яҡты исемен ауылдаштары онотмаҫ, ата-әсәһенә, ҡатыны һәм ҡыҙына сабырлыҡ, түҙемлек теләйем.
Класташы Алик Илһамов Алмас хаҡында ғорурлыҡ менән һөйләп, бала саҡ дуҫы менән мәңгелеккә бәхилләште.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.