+2 °С
Болотло
Был турала Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин БСТ-ла уҙған брифингта белдерҙе.
— Башҡортостанда 2019 йылдан торлаҡ йортҡа газ үткәреүгә сертификат биреү процедураһы ҡабул ителде. «Газпром» ер участкаһы сигенә тиклем газ үткәрә, айырым категория граждандарға эш башҡарыу һәм республика иҫәбенә ҡорамалдар һатып алыу өсөн сертификат бирелә», — тине ул.
Сертификат алыу хоҡуғына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, СВО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, шулай уҡ инвалидтар, инвалид балалары булған ғаиләләр, йән башына килеме түләү минимумынан түбән булған күп балалы ғаиләләр эйә. Сертификаттың номиналь ҡиммәте 100 мең һум тәшкил итә.