Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март , 22:10

Геройҙың әсәһенә миҙал тапшырылды

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын- ҡыҙҙар байрамы алдынан “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Ошо сара сиктәрендә Рәсәй Геройҙары әсәләренә "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" миҙалы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ Тамерлан Илһамовтың әсәһе  Айгөл Шакирова ла бар.

Геройҙың әсәһенә миҙал тапшырылды
Геройҙың әсәһенә миҙал тапшырылды

 

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Халыҡ- ара ҡатын - ҡыҙҙар байрамы алдынан “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс финалсыларына почет грамоталары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең, "Берҙәм Рәсәй" партияһы төбәк бүлексәһенең рәхмәт хаттары һәм бағыусыларҙың бүләктәре тапшырылды. Шулай уҡ улар республика Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары, Халыҡтары Дуҫлығы йортоноң почет грамоталары менән билдәләнде.
Быйыл конкурс финалының төп темаһы илһөйәрлек булып торҙо, шуға күрә сараға Рәсәй Геройҙарының, һәләк булған яугирҙәрҙең, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың әсәйҙәре саҡырылғайны. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең билдәле әүҙемсе Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" миҙалы менән Рәсәй Геройҙарының әсәләре – Тамерлан Илһамовтың әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы Шакирова, Игорь Нәсибуллиндың әсәһе Роза Хәбибйән ҡыҙы Нәсибуллина, Максим Серафимовтың әсәһе Алина Олеговна Серафимова, һәм Миңлеғәле Шайморатов ордены кавалеры Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы Хөсәйенова бүләкләнде.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в