Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март , 11:32

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2023» республика конкурсына старт бирелде

2023 йылғы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы - «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланды.

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2023» республика конкурсына старт бирелде
«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2023» республика конкурсына старт бирелде

Бәйгеселәр конкурсҡа үҙҙәре етештергән продукцияны (аҙыҡ-түлек тауарҙары, халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары, техник етештереү тәғәйенләшендәге продукция) йәки хеҙмәттәрҙе тәҡдим итә ала. Республика конкурсы лауреаттары «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» логотибын файҙаланыу һәм «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһының Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу хоҡуғына эйә була.

     «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсында ҡатнашыу өсөн ғариза һәм документтар 1 апрелгә тиклем 450006, Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 82-се йорт, 7-се кабинет адресы буйынса «Башҡортостан Республикаһында А.М. Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге» федераль бюджет учреждениеһының мәғлүмәт бүлегендә ҡабул ителә.

       Белешмә өсөн телефон (347) 272-87-77.

Конкурстың шарттары менән https://100best.bashtest.ru/  һылтанмаһы аша танышырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас в