2020-2022 йылдарҙа Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға 6,2 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 3,6 миллиарды - федераль аҡса. Дәүләт программаһының төп йүнәлештәре - торлаҡ, социаль объекттар, юлдар төҙөү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү.
Һөҙөмтәлә 486 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия алды, 107 ғаиләгә йорттар төҙөлдө, ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса 130 проект тормошҡа ашырылды, 19,3 саҡрым юл, 33 саҡрым газ үткәргес һәм 18 саҡрымдан ашыу һыу үткәргес һалынды. Бынан тыш, ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү проекттары буйынса 20 объект сафҡа индерелгән һәм 5 комплекслы торлаҡ төҙөлөшө проекты тормошҡа ашырылған.
2023 йылда республика дәүләт программаһы сиктәрендә бюджет финанслауы күләме 1,315 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән 69 объект төҙөргә ниәтләй. Бер үк ваҡытта 53 ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса эштәр бара, улар буйынса дөйөм финанслау күләме 94 миллион һум самаһы тәшкил итте.