Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март , 09:25

Урамдарҙа яҡты буласаҡ

Был маҡсатта ағымдағы йылда Башҡортостан бюджетынан 200 миллион һум бүленә.

Урамдарҙа яҡты буласаҡ
Урамдарҙа яҡты буласаҡ

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2019 йылда республиканың муниципаль берәмектәрендә урамдарҙы яҡтыртыу программаһы башланды. Уның сиктәрендә 40 меңдән ашыу яҡтыртҡыс ҡуйылды һәм алмаштырылды, һуңынан программа туҡтатылды, әммә быйыл ҡабаттан эшләй башлаясаҡ. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте.

Программаны ғәмәлгә ашырыуға ағымдағы йылда Башҡортостан бюджетынан 200 миллион һум бүленә, был социаль объекттарға, мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына юлдарҙы яҡтыртыуға бәйле хәлде яҡшыртырға тейеш. Программала 63 муниципалитет  ҡатнаша. Эштәрҙе 1 авгусҡа тамамлау планлаштырыла.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас в