+2 °С
Болотло
Белеүегеҙсә бер нисә йыл илдә "Пушкин картаһы" проекты эшләп килә. Ул 14 йәше тулған уҡыусы балаларҙан алып, студент йәштәргә театрға, музейға йөрөргә мөмкинлек биргән карта. Бына ошонда енәйәтсел төркөм пәйҙә булған да инде, улар булмаған кешеләрҙе исемлеккә индереп, теркәп, үҙҙәренә йөҙ миллион һум аҡса үҙләштергән. Хәҙер ул асыҡланды, тигән Ю.Чиханчин.
"Пушкин картаһы" - Рәсәйҙә 2021 йылдың 1 сентябрендә эшләй башлай һәм мәҙәни сараларҙы популярлаштырыу программаһы булып тора. Карта 14 йәштән 22 йәшкәсә йәштәргә тотош ил буйлап театрҙарға, музейҙарға һәм концерт залдарына бушлай йөрөргә мөмкинлек бирә.