#нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан
Рәсәй Президенты указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының “Йәмәғәт транспортын үҫтереү” федераль проектына ярашлы – 35 автобус, инфраструктураны бюджеттан кредитлау буйынса метан яҡҡан 70 транспорт сараһы һатып алынған. Яңы автобустар “Уңайлы мөхит” программаһына ярашлы йыһазландырылған. Улар тәбиғи газ яғыу иҫәбенә юғары экологиялылығы менән айырылып тора. 2023 йылдың мартына республикала 533 автобус газ-мотор яғыулығы менән эшләй, уларҙың 401-е – “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһыныҡы һәм 132-һе – шәхси ойошмаларҙыҡы. Үткән йылда “Башҡортостан Республикаһының транспорт системаһын үҫтереү” төбәк программаһы нигеҙендә 1136 транспорт сараһы газ-мотор яғыулығына күсерелгән.
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-08/gaz-a-k-sk-n-transport-any-arta-3169304