+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2023, 16:20

Рәсәй Президенты «Герой-әсә» наградаһын тапшырҙы

Альбина Хәйҙәршина «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды.

Рәсәй Президенты «Герой-әсә» наградаһын тапшырҙы
Рәсәй Президенты «Герой-әсә» наградаһын тапшырҙы

#ВладимирПутин

Альбина Хәйҙәршина «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды. Награданы 8 мартта ил президенты Владимир Путин тапшырҙы. Ул республикала беренсе, ә Рәсәйҙә унынсы булып ошо абруйлы исем менән бүләкләнде.

Альбина Хәйҙәршина – Балтас районынан. Хәләл ефете Винер менән 13 бала тәрбиәләйҙәр. 2014 йылда Владимир Путин Хәйҙәршиндәрҙең ишле ғаиләһенә «Ата-әсәлек даны» орденын тапшырғайны.

Владимир Путин 2022 йылдың 15 авгусында «Герой-әсә» исемен тергеҙеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был исем 1944 йылда булдырылған, һуңғы тапҡыр ул 1991 йылдың 14 ноябрендә тапшырылған. Юғары награда илебеҙҙең 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙарына бирелә.

Автор:
Читайте нас: