+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2023, 10:19

Башҡортостан студенттары тәүге тапҡыр бөтә Рәсәй «Финтрек»ына ҡушыла

Башҡортостан студенттары тәүге тапҡыр бөтә Рәсәй «Финтрек»ына ҡушылып, үҙҙәренең финанс тотороҡлоғон тәьмин итергә ярҙам итәсәк практик белем аласаҡ.

Башҡортостан студенттары тәүге тапҡыр бөтә Рәсәй «Финтрек»ына ҡушыла
Башҡортостан студенттары тәүге тапҡыр бөтә Рәсәй «Финтрек»ына ҡушыла

Рәсәй банкыһының финанс белем буйынса вебинарҙар серияһы 15 мартта старт ала һәм 26 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

Иң мөһиме:

  Дәрестәрҙе илдең финанс секторы топ-менеджерҙары алып барасаҡ.

  Дәрестәр темаһы көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы: үҙеңде аҡса-кредит мөхитендә нисек итеп ышаныслы тойоу, фонд баҙары, заманса финанс технологиялары, мутлашыусыларҙан һаҡланыу алымдары, бюджет системаһының эш принциптары, ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙәр һәм һанлы һумдар, үҙ эшеңде асыу ҡағиҙәләре һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында легаль булмаған практикаларға ҡаршы көрәш тураһында.

  Бөтәһе һигеҙ дәрес буласаҡ. Дәрестәр Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 10-да башлана, дауамлылығы - 45 минут.

  Вебинарҙа ҡатнашыу бушлай - һылтанма буйынса теркәлергә генә кәрәк: https://events.webinar.ru/54896871/355679343

«Студенттар илдең финанс берләшмәһенең юғары класлы белгестәрен тыңлау мөмкинлеге аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта, унда лекциялар ғына түгел, ә тормоштан алынған эштәр тикшереләсәк», - тип билдәләй Рәсәй банкыһы бүлексәһе Башҡортостан Республикаһы Милли банкыһының финанс грамоталыҡ буйынса белгесе Анна Каменева.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: