Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март , 11:45

Милли проект ярҙамында техника алына

Улар урман янғындарын һүндереү өсөн кәрәк. #нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Милли проект ярҙамында техника алына
Милли проект ярҙамында техника алына

Республикала милли проект буйынса урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алына.

Урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, әле биш УАЗ автомобиле муниципалитеттарға бүлеп бирелгән. Тиҙҙән йөк машиналары, квадроцикл һәм цистерналар тапшырыласаҡ. Бының өсөн бюджеттан 53 миллион һум бүленә.

Былтыр “Экология” милли проектына ярашлы республика урмансыларына 23 миллион һумға техника һатып алынғайны.

 
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас в