+2 °С
Болотло
Владимир Путин 12 десантсыны ҡотҡарған ефрейтор ҡыҙҙы Суворов миҙалы менән бүләкләне
СВО-ла ҡатнашыусы ватандашыбыҙ, ефрейтор Кристина Ким яу яланынан 12 яралы десантсыны сығарған. Быны күҙ алдына килтереүе ауыр, ләкин батыр ҡыҙ ҡурҡмай.
Ефрейтор Кристина Ким ваҡытында профессиональ ярҙам күрһәтергә лә өлгөрә. Ул яралыларҙы хәүефһеҙ урынға йыя һәм уларҙың ғүмерен ҡотҡара. Атыш тамамланғас, егеттәрҙе медицина отрядына тапшыра.