+2 °С
Болотло
Башҡортостан пенсионерҙары “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек”программаһы буйынса ике мең һумлыҡ сертификатка эйә була ала.Оло йәштәгеләр был сумманы мәҙәни-ял итеү, спорт сараларына тотона ала.
2 мең һумлыҡ сертификат менән бейеү, һанлы грамоталыҡ, дауалау физкультураһы, тын алыу гимнастикаһы дәрестәре өсөн түләргә мөмкин. Ошондай занятиелар үткәрелгән үҙең теләгән клубты һайларға була.
Сертификатты алыу өсөн халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенә йәки урында күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Был “Демография” милли проекты үтәлешенә булышлыҡ итеүсе программа.