#нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан
Был уҡыуҙарҙа 50 йәшлек һәм унан өлкәндәр, өс йәшкә тиклем бала менән декрет отпускыһында ултырған әсәләр, мәктәпкәсә йәштәге балалары булған эшләмәгән ҡатындар, 35 йәшкә тиклем айырым категория граждандар, шулай уҡ эшһеҙ һәм эшһеҙ ҡалыу хәүефе янаған кешеләр ҡатнаша ала.
2022 йылда бындай мөмкинлектән Башҡортостанда йәшәгән 6,3 мең кеше файҙаланған. Уларҙың 84 проценты эшкә урынлашҡан. Был Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Программала ҡатнашыу өсөн “Работа России” порталында ғариза ҡалдырырға кәрәк. Әле Башҡортостанда йәшәүселәр йөҙҙән ашыу программа буйынса белем алыу мөмкинлегенә эйә.