Йәмғиәт
28 Марта 2023, 11:20

Үҙмәшғүлдәрҙе яңы үҙгәрештәр көтә

Бөгөн Хөкүмәт ултырышында өйҙә социаль хеҙмәтләндереү һәм үҙмәшғүллек өлкәһендә дәүләт социаль заказы механизмдарын индереү хаҡында һөйләштеләр.

Үҙмәшғүлдәрҙе яңы үҙгәрештәр көтәҮҙмәшғүлдәрҙе яңы үҙгәрештәр көтә
Үҙмәшғүлдәрҙе яңы үҙгәрештәр көтә

Премьер-министр Андрей Назаров һүҙҙәренсә, республика пилот проектында ҡатнаша. Уның ярҙамында биш йүнәлеш буйынса сертификаттар бирелә: өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, спорттың айырым төрҙәре буйынса башланғыс спорт әҙерлеге, мәктәп йәшендәге балалар сәйәхәт итә алһын өсөн шарттар булдырыу 

– Хөкүмәт ултырыштарының береһендә беҙ өйҙә социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә дәүләт социаль заказын индереү хаҡында һөйләштек. Былтыр был хеҙмәт буйынса 36 мең сертификат тапшырылған. Әммә иғтибар талап иткән башҡа йүнәлештәр ҙә бар, – тине Андрей Назаров.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, социаль хеҙмәттәр менән файҙаланыуға сертификат шәхси программа буйынса булдырыла. Ул бындай мөмкинлек өсөн Премьер-министрға рәхмәтен белдерҙе. Тиҙҙән бындай проект федераль кимәлдә тормошҡа ашырыласаҡ, тине Ленара Иванова.

Бынан тыш, үҙмәшғүллек өлкәһендә үҙгәрештәр көтөлә. Дәүләт социаль заказына уҡыу сертификаттарын биреү буйынса дәүләт хеҙмәтен индереү ҡарала. 2018 йылда 1,9 мең кеше курс үткән һәм сертификат алған. Әлеге ваҡытта мәғариф ойошмалары реестрында яҡынса 100 ойошма, 3 мең уҡытыу программаһы теркәлгән. 2023 йылда 700 сертификат биреү планлаштырыла. 

– Яңы хеҙмәтте исемлеккә индереү менән Хөкүмәттең социаль заказдарға ярашлы дәүләт хеҙмәттәрен ойоштороу хаҡындағы ҡарарына төҙәтмә индерергә кәрәк. Был эште электрон рәүештә эшләргә тәҡдим итәм, – тине Андрей Назаров.

"Йәшлек" гәзите сайтынан алынды.

Автор:
Читайте нас