Йәмғиәт
5 Апреля 2023, 09:30

Ишкилделәр «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә проекттарын уңышлы яҡланы

«Айыҡ ауыл» республика конкурсының йомғаҡлау өлөшө - төрлө райондарҙан ҡатнашыусыларҙың презентацияларын асыҡ яҡлауы бара.Бөгөн сират- ишкилделәрҙә.

Ишкилделәр «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә проекттарын уңышлы яҡланыИшкилделәр «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә проекттарын уңышлы яҡланы
Ишкилделәр «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә проекттарын уңышлы яҡланы

«Айыҡ ауыл» республика конкурсының йомғаҡлау өлөшө - төрлө райондарҙан ҡатнашыусыларҙың презентацияларын асыҡ яҡлауы бара.

 Профилле министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәренән торған эксперт комиссияһы бәйгеселәрҙең проекттарын баһалай. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары муниципаль район хакимиәттәре тәҡдим иткән заявкалар, видеороликтар менән таныша.
 «Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар» номинацияһында ҡатнашҡан 15 ауыл араһында Ишкилде лә бар, яҡташтар бөгөн «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә проекттарын уңышлы яҡланы. Ҡотлайбыҙ!

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас