

Исемлеккә 40 кеше, шул иҫәптән Еңеү музейы директоры, Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы секретары урынбаҫары Александр Школьник, кардиохирург Лео Бокерия, тренер Ирина Винер-Усманова, йырсы Диана Гурцкая, шахматсы Сергей Карякин, параспортсы, блогер, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ағзаһы Рөстәм Нәбиев һәм башҡалар ингән.
Путин шулай уҡ һанап кителгән эшмәкәрҙәргә РФ субъекттарының йәмәғәт палаталары делегаттары менән берлектә тулы составта Рәсәй Йәмәғәт палатаһын ойоштора башларға тәҡдим итте. РФ Йәмәғәт палатаһының һигеҙенсе составы 2023 йылдан 2026 йылға тиклем өс йыл дауамында эшләйәсәк.