Йәмғиәт
7 Апреля 2023, 05:40

Ашығыс закон ҡабул ителә

Үҫмерҙәргә вейптар тыйыласаҡ.

Ашығыс закон ҡабул ителәАшығыс закон ҡабул ителә
Ашығыс закон ҡабул ителә
Вейптарҙы тулыһынса тыйыу тураһында закон ҡабул ителергә әҙерләнә

«Беҙ ашығыс тәртиптә бәлиғ булмағандарға вейптарҙы тулыһынса тыйыу тураһында закон әҙерләйбеҙ. Реклама, магазин кәштәләренә ҡуйыу тыйыла», — тине түбәнге палата спикеры.

Ул Дәүләт Думаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Жуковҡа, вице-спикер Петр Толстойға профилле комитеттарҙағы коллегалары менән бергә ошо эштең графигын төҙөргә, шулай уҡ закон проектын әҙерләргә ҡушты.

«Был норманы ҡабул иткәндән һуң беҙ һалым ҡануниәтенә вейптарға акциздарҙы күп тапҡырға арттырыу тураһында үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итергә уйлайбыҙ», — тине Володин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-05/gosduma-planiruet-11-aprelya-prinyat-zakon-o-polnom-zaprete-veypov-dlya-nesovershennoletnih-3206190

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас