Йәмғиәт
7 Апреля 2023, 07:30

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны артҡан

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора һәм үткән йылда ошо маҡсатта 51 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны артҡанБашҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны артҡан
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны артҡан

      Һуңғы 10 йылда республикала күп балалы ғаиләләр һаны 27 проценттан артты, - тип белдерҙе  БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Бөгөн төбәктә 59 меңдән ашыу ғаилә йәшәй, уларҙа өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә. Башҡортостан был күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында - 1-се, Рәсәй Федерацияһында 7-се урынды биләй. Был һандар ғаиләгә ярҙам күрһәтеү республикабыҙҙың социаль сәйәсәтенең төп өҫтөнлөктәренең береһе булыуын күрһәтә, - ти Андрей Назаров.

     “2022 йылда ғаилә, хеҙмәт, мәшғүллек һәм халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостан халҡы алдындағы бөтә йөкләмәләр ҙә үтәлде. Шуны ла билдәләр кәрәк, һуңғы 5 йылда яңы социаль ярҙам саралары иҫәбенә Министрлыҡ һәм ғаилә линияһы буйынса дәүләт программаларын финанслау күләме 2 тапҡырға артты. - Былтыр беҙ тәүге тапҡыр « социаль хеҙмәтләндереү өйҙә » йүнәлеше буйынса дәүләт социаль заказы механизмдарын һынап ҡараныҡ” - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

      - Был программаны финанслауға 662 миллион һум йүнәлтелде. 2022 йылда 36 меңдән ашыу кеше шәхси социаль сертификат хеҙмәте менән файҙаланған, был бөтә 23 пилот төбәге араһында иң юғары һөҙөмтә. Беҙ илдә беренселәрҙән булып төбәк социаль стандартын индерә башлайбыҙ. 1 апрелдә социаль координаторҙар хеҙмәтен ойоштороуға теүәл бер йыл туды. 2023 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бөтә ғаиләләрен социаль координаторҙарҙың мөмкинлектәре менән солғап аласаҡбыҙ. Башҡортостан шулай уҡ дәүләткә ҡарамаған ойошмаларға ярҙам күрһәтеү һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкинлеген тәьмин итеү буйынса федераль рейтингта икенсе урынды биләй, - тине Ленара Иванова.

 

Һылтанма: https://pravitelstvorb.ru/news/20556/

Автор:
Читайте нас