

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
«Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» проектында Башҡортостанда йәшәгән 50 йәштән өлкәндәр, бәләкәй балалы ҡатындар, 35 йәшкәсә дәғүәселәрҙең айырым категориялары, шулай уҡ эшһеҙҙәр йәки эштән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр, Украинанан ҡасаҡтар ҡатнаша ала.
"Шуның билдәләп үтергә кәрәк: программа уңышлы эшләй һәм хәүеф аҫтындағылар категорияһына ҡараған граждандарға яңы һөнәр алыу ғына түгел, йыш ҡына үҙҙәренә оҡшаған эш табырға ла ярҙам итә", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың ғаилә һәм хеҙмәт министры Ленара Иванова.
Республика халҡында педагог, веб-дизайн буйынса белгес, мәктәпкәсә белем биреү педагогы, персонал менән идара итеү буйынса белгес, бухгалтер, социаль хеҙмәткәр, педагог-дефектолог, фармацевт, ашнаҡсы, бронләү буйынса агент, хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге белгес кеүек һөнәри әҙерлек йүнәлештәре ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәүселәр 100-ҙән ашыу белем биреү программаһына иҫәп тота ала.
Уҡытыу операторҙары - Профессиональ оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй), Томск дәүләт университеты һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы. Был эштәр Владимир Путиндың май указы менән раҫланған "Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проекты бурыстарын һәм маҡсаттарын да тормошҡа ашыра.