Йәмғиәт
10 Апреля 2023, 10:07

Президент Йәштәр көнөн күсерҙе

Владимир Путин 27 июндә билдәләнә торған Йәштәр көнөн күсереү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы. Хәҙер байрам уңайлыраҡ көндә була.

#ВладимирПутин

Президент Йәштәр көнөн июндең һуңғы шәмбеһенә күсерергә ҡушты. Был үҙгәреш юҡҡа түгел.

Владимир Путин Мәскәү дәүләт университетының "Ломоносов" ғилми кластерына барғанда уға бер студент ҡыҙ иҫтәлекле датаны күсерергә тәҡдим итә. Баҡһаң, йәштәргә эш көнөндә (27 июнь төрлө көнгә тура килә бит) байрам итеү уңайһыҙлыҡ тыуҙыра икән. Шуға ла Йәштәр көнөн июндең һуңғы шәмбеһенә нығытып ҡуйырға булғандар.

Сығанаҡ: "Йәшлек".

Читайте нас