

Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Росконгресс фонды ойоштора. Форумдың төп маҡсаты - Рәсәй суверенитетын нығытыуға һәм милли маҡсаттарға өлгәшеүгә тос өлөш индерәсәк башланғыстарҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү. Яңы уй-фекерҙәр, идеялар 6 йүнәлеш буйынса ҡабул ителәсәк: милли социаль башланғыс, милли технологик инициатива, милли кадрҙар инициативаһы, милли экологик башланғыс, эшҡыуарлыҡ, һанлы сервистар.
Ғаризалар 2023 йылдың 26 апреленә тиклем ҡабул ителә.
Форумды 28-29 июндә үткәреү билдәләнгән. 28 июндә Форумдың бөтә саралары үтәсәк, ә 29 июндә пленар ултырыш үткәреү планлаштырыла.
Форумдың төп өлөшөндә һайлап алыу йомғаҡтары буйынса Рәсәй Президентына иң яҡшы 10 башланғыс тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ исемлеккә ингән идеялар авторҙары үҙҙәренең проекттары менән Росконгресс фонды уҙғарған сараларҙа йыл дауамында ҡатнаша ала.
Бынан тыш, ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй брендтары премияһын булдырыу мәсьәләләре лә ҡаралды. Премия ил эсендә бушаған сит ил баҙар өлкәләрен уңышлы алмаштыра алған илебеҙҙең иң яҡшы брендтарына биреләсәк.