Йәмғиәт
13 Апреля 2023, 06:35

Колледж ветерандарын ифтарға саҡырҙы

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында ифтар мәжлесе үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Колледж ветерандарын ифтарға саҡырҙыКолледж ветерандарын ифтарға саҡырҙы
Колледж ветерандарын ифтарға саҡырҙы

Ауылдың имамы, колледж хеҙмәткәрҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ихлас күңелдән ошо мәжлесте ойоштороп, ваҡытында училищела эшләгән хеҙмәт ветерандарына ауыҙ астырҙы. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Әбйәлил районы егеттәре финанс ярҙам күрһәтте. Оло йәштәгеләр саҡырыуҙы ҡыуанып ҡабул итеп, бер-береһен һағынып, хатта ҡайһылары сит яҡтарҙан килеп етте. Ауыҙ асҡандан һуң ифтар алдынан колледждың тамаша залында күмәкләп намаҙ уҡынылар, донъя тыныслығы, именлеге өсөн доға ҡылдылар. Ифтар табыны тәмле ризыҡтарҙан һығылды, ҡаҙанда былау әҙерләнде.  

Урындағы депутат Сәлим Дәминдәров коллегалары алдында оҙаҡ йылдар дауамында һөнәрселек училищеһында директор булып эшләгән Әсғәт Хәсән улы Хәсәновтың иҫтәлегенә уҡыу йортона мәрмәр таҡтаташ ҡуйыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Ветерандар уны хуплап ҡына ҡалманы, ә колледжға Ә. Х. Хәсәнов исемен биреү зарурлығын да күтәрҙе.

Арыу уҡ ваҡыт үҙ-ара аралашып-һөйләшеп ултырғандан һуң, ололар ойоштороусыларға ихлас рәхмәт әйтеп таралышты.

Колледж ветерандарын ифтарға саҡырҙы
Колледж ветерандарын ифтарға саҡырҙы
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас