

Космонавтика көнөндә, “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте “Беҙ – Рәсәй граждандары!” Бөтә Рәсәй акцияһының старт алды. Уның сиктәрендә уҡыуҙа, ижад өлкәһендә, спортта, йәмәғәт эшендә алдынғылар тәүге паспортын тантаналы шарттарҙа аласаҡ.
“Беренселәр хәрәкәте” республика ойошмаһының рәйесе Ранис Хәсәнов билдәләүенсә, “Беҙ – Рәсәй граждандары” акцияһы бик мөһим сара – ул белемде тәрәнәйтә һәм Рәсәй гражданы булараҡ үҙеңә мөнәсәбәтте үҙгәртә.
- Церемония мәлендә үҫмерҙәр илебеҙҙең гимнын башҡара, ил гражданының антын ҡабатлай. Паспорт бирелгәндә билдәле кешеләрҙең ҡатнашыуы бик әһәмиәтле. Йәш быуынды илһөйәрлеккә өйрәтергә кәрәк тип уйлайым, - ти Ранис Хәсәнов.
- 14 йәшлек уҡыусыларға тәүге паспорттарын тапшырыу күптән изге йолаға әйләнгән. Тәүге мөһим документын ҡулға алыу һәр үҫмер өсөн иҫтәлекле ваҡиға булырға тейеш, - тигән фекерҙә “Беренселәр хәрәкәте”нең Рәсәй идаралығы рәйесе Григорий Гуров.
Быйылғы уҡыу йылында илдең 89 төбәгенән 500 мең үҫмер тәүге паспортын тантаналы шарттарҙа аласаҡ.