

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостандың Бөрө ҡалаһында яңы һыу тәьминәте системаһы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Таҙа һыу» федераль проекты ярҙамында төҙөлә. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә.
«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының төп бурыстарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы ҡалаларҙы төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе - йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу.