

Әле МРОТ — 16 мең 242 һум. Депутаттар уны өс меңгә — 19 242 һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә. Был сумма Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт министрлығы менән килешелгән.
Минималь эш хаҡы күләме даими үҙгәреп тора. Әйтәйек, 2022 йылда ул ике тапҡыр — 1 ғинуарҙан һәм 1 июндән арттырылды. 2022 йылдың башында хеҙмәткә түләүҙе арттырыу тураһында ҡарар пандемияға бәйле сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып ҡабул ителде. Йыл аҙағына хәл үҙгәрҙе, санкцияларҙың граждандарҙың именлегенә йоғонтоһон иҫәпкә алып, сумма арттырылды.