Йәмғиәт
24 Апреля 2023, 14:15

Урмансылар яңы миҙгелгә әҙерлекте тамамлай

Салауат урман хужалығында Малаяҙ урман питомнигы биләмәһендә ултыртыу материалын – ике йыллыҡ ябай ҡарағай үҫентеләрен ҡаҙыу буйынса эштәр алып барыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Урмансылар яңы миҙгелгә әҙерлекте тамамлайУрмансылар яңы миҙгелгә әҙерлекте тамамлай
Урмансылар яңы миҙгелгә әҙерлекте тамамлай

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Салауат урман хужалығында Малаяҙ урман питомнигы биләмәһендә ултыртыу материалын – ике йыллыҡ ябай ҡарағай үҫентеләрен ҡаҙыу буйынса эштәр алып барыла. Асыҡ тамыр системалы бер миллион дананан ашыу үҫенте әҙерләргә кәрәк. Ябыҡ тамыр системалы үҫентеләр стандарт үлсәмдәргә асыҡ тупраҡтағына ҡарағанда байтаҡҡа тиҙерәк етә. Иң мөһиме – уларҙы дөрөҫ тәрбиәләүҙе тәьмин итеү.

– Ҡаҙып алынған үҫентеләрҙе урман культуралары майҙанына сығарабыҙ һәм ҡар өйөмөнә йыябыҙ. Ағас ултыртыу эштәрен “тупраҡ өлгөрөүенә” ҡарап башлаясаҡбыҙ. Көҙгө осорҙа урман культуралары өсөн ер һөрөлдө һәм урмандарҙы тергеҙеү эштәренә тулыһынса әҙерләнде. Ағас ултыртыуҙы май байрамдарына тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ. Барыһы ла һауа шарттарына бәйле, – тине Салауат урман хужалығы директоры Рәфит Бәҙретдинов.

Башҡортостан урмансылары урмандарҙы тергеҙеү эшен Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып бара. 2023 йылға 14,8 мең гектарҙан да кәм булмаған майҙанда урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыу буйынса план билдәләнгән.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-04-19/urman-shaulap-er-3227166 

Автор:
Читайте нас