Йәмғиәт
10 Мая 2023, 05:15

Республикала урман тергеҙеү эштәре башланды

Яҙ һайын беҙҙең районда ла ағас ултыртыу эше әүҙем алып барыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала урман тергеҙеү эштәре башландыРеспубликала урман тергеҙеү эштәре башланды
Республикала урман тергеҙеү эштәре башланды

Әбйәлилдәр ҙә изге эштән ситтә ҡалмай, ағас ултыртыу өмәләрендә дөргөн ҡатнаша.

Республиканың бөтә урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре лә ағас ултыртыу материалы әҙерләй. 2023 йылға республика буйынса 14,8 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда урман тергеҙеү эштәрен башҡарыу, шул иҫәптән 6,7 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда яһалма урман тергеҙеү планы билдәләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү эштәрен ил президенты Владимир Путин тәҡдим иткән «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас