Йәмғиәт
11 Мая 2023, 06:37

«Йыл ҡаҙаныштары» өсөн гранттар раҫланды

Башҡортостанда муниципалитеттарға урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең иң яҡшы күрһәткестәре өсөн гранттар бүленә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Йыл ҡаҙаныштары» өсөн гранттар раҫланды«Йыл ҡаҙаныштары» өсөн гранттар раҫланды
«Йыл ҡаҙаныштары» өсөн гранттар раҫланды

Дәртләндереү сифатында финанслау «Һаулыҡ һәм демографик үҫеш», «Социаль үҫеш», «Тотороҡло иҡтисади үҫеш», «Хәүефһеҙ һәм уңайлы биләмә» һәм «Халыҡ менән мәғлүмәти асыҡлыҡ һәм кире бәйләнеш» номинацияларында иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән ҡалалар һәм райондар билдәләнә. Һәр номинацияла чиновниктар эшенең һөҙөмтәлелеген баһалау критерийҙары ҡаралған.

     Шулай итеп, тәүгеһендә граждандарҙың медицина персоналы менән тәьмин ителеше, үлем, тыуым, миграция үҫеше коэффициенттары һәм башҡалар иҫәпкә алынасаҡ. Социаль үҫештә йәшәү минимумынан кәмерәк килем алған халыҡ һанының кәмеүе, эшһеҙлек кимәле, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йәш ярымға тиклем балаларын сиратһыҙ балалар баҡсаларына урынлаштырыу һәм  төрлө түләүҙән бушатыу  күрһәткесе буйынса баһаланасаҡ.

     Муниципалитеттың тотороҡло иҡтисади үҫеше,  тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарының һаны, бәләкәй бизнес субъекттарының төп капиталына инвестициялар күләме, һөрөнтө ер гектарының продуктлылығы һәм малдар һаны артыу күрһәткесе нигеҙ буласаҡ. «Хәүефһеҙ һәм уңайлы мөхит» номинацияһында «Башҡорт ихаталары» программаһы сараларын бойомға ашырыу, урамдарҙы  яҡтыртыу системаһын яҡшыртыу, шулай уҡ шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттарын сафҡа индереү күләме баһаланырға тейеш.

      Муниципаль властар эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген анализлау өсөн ҡулланылған бөтә күрһәткестәрҙе республика ведомстволары билдәләйәсәк. Мәҫәлән, муниципалитеттарҙың мәғлүмәти асыҡлыҡ индексын - Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, ә халыҡ менән кире бәйләнеш сифатын һәм социаль селтәрҙәге эште республика башлығы хакимиәте билдәләйәсәк.

   Радий Хәбиров 2020 йылдан «Йыл ҡаҙаныштары» өсөн гранттар раҫлағайны. Был ҡарар «урындағы үҙидара органдары эшен дәртләндереү маҡсатында» ҡабул ителә, тиелә документта.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас