«МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары - «БЕЛАВТОМАЗ» холдингының идара итеүсе компанияһы - һатып алыуҙар буйынса директор Евгений Захаров әйтеүенсә, уҙған йылда компания инвестиция һабантуйында ҡатнашҡан һәм 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән тауар әйләнешен 1,5 тапҡырға арттырған. Ә, быйыл беренсе квартал йомғаҡтары буйынса тауар әйләнеш ике тапҡырға артҡан.
«Урал аръяғы»нда форумда ҡатнашыусыларға бизнес-контакттар һәм поставкалаусылар табыу мөмкинлеге буласаҡ! Килегеҙ, ҡатнашығыҙ!