+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2023, 11:50

Үҙәктәрҙе һанлаштырыу буйынса эштәр башҡарыла

Хәҙер төбәктә берҙәм республика мәшғүллек үҙәге эшләй, тип хәбәр итә Хөкүмәт матбуғат хеҙмәте.

Үҙәктәрҙе һанлаштырыу буйынса эштәр башҡарыла
Үҙәктәрҙе һанлаштырыу буйынса эштәр башҡарыла

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәҙер төбәктә берҙәм республика мәшғүллек үҙәге эшләй, тип хәбәр итә Хөкүмәт матбуғат хеҙмәте. Реорганизацияның тәүге этабы ғинуар айында үтте: Өфөнөң мәшғүллек үҙәктәре һәм башҡала райондарындағы филиалдар берләште. Икенсе этап майҙа тамамланды: республиканың мәшғүллек үҙәгенә ун район-ара үҙәк инде.

- Барлыҡ ресурстарҙы берҙәм үҙәктә туплау беҙгә эште оптимәлләштерергә һәм мәшғүллек өлкәһендә тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итәсәк. Беҙ яңы кимәлгә сығабыҙ һәм заманса кадрҙар үҙәгенә әүереләбеҙ, - тине Ғаилә, хеҙмәт, һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Республикала мәшғүллек үҙәген модернизациялау өс йыл элек башланды. Ул берҙәм стандарттарға күсеүҙе, белгестәрҙе ҡабаттан уҡытыуҙы, хеҙмәтте һанлаштырыуҙы, офистарҙы ҡабаттан йыһазландарыуҙы хеҙмәт һәм сервистарҙы киңәйтеүҙе тәҡдим итә.

- Хәҙер күпселек мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәттәре һанлаштырылған һәм “Работа России” порталы ярҙамында эш башҡара. Эш эҙләү, персоналды һайлау буйынса был платформа бушлай. Һәр осраҡты беҙ индивидуаль ҡарайбыҙ, - тине республиканың халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Ридан Әхйәмов.

“Работа России” яңыртылған кадрҙар үҙәге Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Өфөнөң Орджоникидже райондарыныда эшләп килә. Сиратта – Күмертау ҡалаһы.

 Мәшғүллек үҙәген модернизациялау “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Һәм ул ил Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла. Милли проекттың маҡсаты граждандарға эш эҙләүҙә, эшҡыуарҙарға персонал һайлауҙа ярҙам итеү.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

Автор:
Читайте нас: