26 – 28 майҙа Өфөлә тәүге тапҡыр “Китап-байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк.
Фестиваль Совет майҙанында, Совет Һәм Пушкин урамдары буйлап үтәсәк. Бында сатырҙар ҡуйыласаҡ, ваҡиға майҙансыҡтары лекторийҙар зонаһы булдырыласаҡ. Йәрминкә 10.00 – 22.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Көн һайын программаны китап авторҙары һәм ҡунаҡтарҙ менән осрашыуҙар форматында “Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү” асасаҡ. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединскийҙың, яҙыусылар Михаил Лабковскийҙың һәм Татьяна Устинованың, Вахтангов исемендәге дәүләт академия театры директоры Кирилл Кроктың, шағир Роберт Рождественскийҙың ҡыҙы Екатерина Рождественскаяның килеүе көтөлә.
“Китап-байрам” йәрминкәһендә Рәсәй төбәктәренән генә түгел, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан 140-тан ашыу нәшриәт, китап магазиндары, шәхси букинистар ҡатнашасағы раҫланған.
Өфөгә китап йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн билдәле артистар ҙа саҡырылған. Мәҫәлән, фестивалдең киске программаһында моноспектаклдәр һәм артистар Даниил Спиваковский, Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз башҡарыуында әҫәрҙәрҙе художестволы уҡыу ҡаралған.
Йәрминкәнең көндәлек эшен Рәсәй һәм башҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре — “Кеше яҙмышы”, “Өс таған”, “Ал елкәндәр” буйынса нәфис фильмдар күрһәтеү тамамлай. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә конкурстар, хәйриә акциялары, һирәк китаптар күргәҙмәләре ойошторола.
“Китап-байрам” программаһында шулай уҡ Башҡортостан Башлығы призына нәшриәттәр араһында “Урал батыр ерендә йыл китабы” конкурсы, “Шиғырҙа тыуған ер тарихы” уҡыусылар конкурсы, “Ҡәләм һынауы” республика әҙәби конкурсы, “Урал батыр” балалар художестволы ижады конкурсы һәм башҡа саралар тәҡдим ителде.
“Китап-байрам” үтәсәк Совет майҙанында психология буйынса тематик әҙәбиәт менән бер рәттән ваҡытлы әҙәбиәт, моделле китапханалар, кулинар китаптар, ғаилә консультациялары зоналары ла йәйелдереләсәк. Һәр береһендә оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, театр постановкалары, консультациялар һәм башҡа саралар ойоштороласаҡ.