+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2023, 17:05

Хоспис өсөн китаптар тапшырырға була

Билдәле булыуынса, 26-28 майҙа Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе үтә.

Хоспис өсөн китаптар тапшырырға була
Хоспис өсөн китаптар тапшырырға була

 Билдәле булыуынса, 26-28 майҙа Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе үтә.

Сараның программаһы бик бай. Байрам сиктәрендә шул иҫәптән “Китап кәштәһе” акцияһы ойошторола. Уның сиктәрендә Өфө хосписына китаптар тапшырыу ҡаралған. Һәр кем медицина учреждениеһының паллиатив пациенттары өсөн балалар һәм ололар китаптары бүләк итә ала.

Китаптар тапшырыу Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев ҡатнашлығында 28 майҙа йәрминәкәнең Төп сәхнәһендә ойошторола.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: