+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2023, 09:51

«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү дауам итә

Башҡортоста Республикаһының Йәмәғәт палатаһы һәм БР "Йәмәғәт тормошо үҙәге" ойошмаһы берлектә «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә сираттағы  республика конкурсына заявкалар ҡабул итеүҙе дауам итә.

«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү дауам итә
«Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү дауам итә

Конкурстың маҡсаты - Башҡортостан атайҙарының ҡаҙаныштарын әхлаҡи яҡтан дәртләндереү һәм йәмәғәтселеккә танытыу. Бәйгелә ҡатнашыуға Башҡортостанда биш йылдан ашыу даими йәшәгән, Рәсәй гражданы булған һәм туғандары йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған (йәки опекаға һәм попечителлеккә алынған) балаларҙы тәрбиәләгән ир-егеттәр саҡырыла.

      Йәшәгән ерендә, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан,  йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыуға көс һалған, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы, сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы,  балалары  спортта, уҡыуҙа, фән һәм сәнғәттә, производствола һәм башҡа өлкәлә ҙур уңышҡа өлгәшкән атайҙар өҫтөнлөккә эйә буласаҡ.

      Конкурста ҡатнашыусыларҙан конкурс тураһында Положениела күрһәтелгән документтар пакетын әҙерләп, уны Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының электрон почтаһына [email protected]  ебәреү талап ителә.

        Бөтә заявкаларҙы конкурс комиссияһы 1 авгусҡа тиклем ҡараясаҡ.

        4 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында Рәсәйҙә Атайҙар көнөн байрам итеүгә бәйле бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ. Еңеүселәр йәмәғәт наградаһы - «Атай ҡаһарманлығы» билдәһе, еңеүсе дипломы менән бүләкләнә.

       Өҫтәмә мәғлүмәтте эш көндәрендә 280-82-36 телефоны буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем алырға мөмкин (Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы аппаратының ойоштороу тәьминәте бүлеге).

       Конкурс тураһында положениены  түбәндәге һылтанмала табырға мөмкин:

https://op.bashkortostan.ru/documents/other/481925/

Автор:
Читайте нас: