Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май , 15:25

Ауыл старосталары яңыса һайланасаҡ

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ауыл старосталарын һайлауҙың яңы тәртибен билдәләне.

Ауыл старосталары яңыса һайланасаҡ
Ауыл старосталары яңыса һайланасаҡ

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ауыл старосталарын һайлауҙың яңы тәртибен билдәләне. Яңы талаптарға ярашлы, был вазифаға ошо ауыл биләмәһендә йорто булған кандидатты ғына һайларға мөмкин.

Шулай уҡ закондың яңы редакцияһында билдәләнеүенсә, кандидат бер юлы ауыл старостаһы һәм урындағы үҙидара депутаты вазифаларын халыҡ һайланыусыһының вәкәләттәре даими тормошҡа ашырылмаған осраҡта ғына башҡара ала.

Әлегә башланғысты депутаттар беренсе уҡыуҙа хупланы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в