Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май , 15:00

Туриндустрияны үҫтереүгә 10 миллион һумға тиклем грант бүленә

Башҡортостанға туриндустрияны үҫтереүгә федераль бюджеттан  335,6 миллион һум аҡса бүленә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Туриндустрияны үҫтереүгә 10 миллион һумға тиклем грант бүленә
Туриндустрияны үҫтереүгә 10 миллион һумға тиклем грант бүленә

      Килгән аҡса Башҡортостанда туристик инфраструктураны үҫтереү өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү өсөн грант рәүешендә бүленәсәк. Субсидиялар күләме - 3 миллиондан 10 миллион һумға тиклем булыуы мөмкин.

       Гранттар өс йүнәлеш буйынса бүленәсәк - пляждар ойоштороуға, кемпингтар һәм автокемпингтар ҡуйыуға һәм туристик инфраструктураны үҫтереүгә. Был йүнәлештәге айырым маҡсаттар буйынса субсидияларҙың сикке күләме билдәләнгән:

  • Һыу инеү урындарын төҙөкләндереү - 10 миллион һумға тиклем;
  • ҡорамалдар, инвентарь, экипировка һәм ял итеү тауарҙары һатып алыу өсөн 10 миллион һумға тиклем;
  • Балалар һәм спорт ял итеү зоналарын төҙөкләндереүгә - 7,7 миллион һумға тиклем;
  • Капиталь булмаған йәмәғәт туҡланыу пункттарын булдырыу - 7,7 миллион һумға тиклем;
  • Кемпингтар һәм автокемпингтар булдырыу - 4,7 миллион һумға тиклем;
  • Туристик ҡорамалдар, шул иҫәптән прокатҡа биреү өсөн балалар комплекстары һатып алыу - 3 миллион һумға тиклем;
  • Бассейндарҙың йыл әйләнәһенә эшләүен тәьмин итеү (йылытыу системалары, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн ҡорамалдар һатып алыу) - 5,6 миллион һумға тиклем;
  • Яңы туристик маршруттар эшләү - 3 миллион һумға тиклем;
  • Электрон белешмәләр, мобиль ҡушымталар һәм аудиогидтар булдырыу - 3 миллион һумға тиклем;
  • Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн асыҡ туристик мөхит булдырыу - 3 миллион һумға тиклем;

 Аҡса БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы аша бүленәсәк. Ведомство конкурстар аша грант алыусыларҙы һайлап аласаҡ. Ғариза биреүселәр үҙ проекттарын 50 проценттан да кәм булмаған күләмдә финанслауҙы гарантияларға тейеш. Компания йәки эшҡыуар проектҡа ни тиклем күберәк аҡса һалһа, дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеге лә шул тиклем юғарыраҡ буласаҡ. Грант программаһы шарты буйынса башҡа маҡсаттарға  аҡса түгеү тыйыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в