+20 °С
Болотло
Өфөлә Китап байрамы бара. Халыҡ-ара китап йәрминкәһенә Башҡортостан картаһын сигеп эшләү буйынса конкурс иғлан ителгәйне. Бөтәһе 28 оҫта республика картаһы сигеп, үҙ эшен конкурсҡа тәҡдим иткән.
Улар араһында иң йәше Баймаҡ районынан Таңсулпан Ҡотлоғужина, уға 16 йәш.
Иң олоһо – Йылайырҙан 74 йәшлек Рәйсә Янбаева.
Эштәр август айында үтәсәк “Сигелгән Рәсәй” Бөтә Рәсәй конкурсына ебәрелә. Аҙаҡ Милли музейға тапшырыласаҡ. Проект Башҡортостан Башлығы гранты сиктәрендә бойомға ашырыла.