+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2023, 22:50

Башҡортостанда креатив кинокластер булдырылырмы?

"Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостанда креатив кинокластер булдырыу мөмкинлеге тикшерелде.

Башҡортостанда креатив кинокластер булдырылырмы?
Башҡортостанда креатив кинокластер булдырылырмы?

"Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостанда креатив кинокластер булдырыу мөмкинлеге тикшерелде.

Фекер алышыуҙа Рәсәй кино һәм телевидение продюсеры, "Главкино" кинотелевизион студияһын ойоштороусыларҙың береһе Илья Бачурин, Рәсәй продюсеры Гевонд Андреасян, Рәсәй кинопродюсеры Иван Лопатин ҡатнашты. Секцияның модераторы булып Рәсәй киноактеры, продюсер Алексей Гаврилов сығыш яһаны.

Илья Бачурин һөйләүенсә, үҫеш процестарын даими тиҙләтеү, технологияларҙы, ижади һәм етештереү процестарын трансформациялау креатив кластерҙың яңы концепцияһын булдырыу өсөн тәү шарт булып тора. Төбәктә кинокластер асыу үҙенсәлекле майҙансыҡ булдырырға, илһөйәрлек, төбәк һәм милли йүнәлештәге юғары сифатлы контент алырға мөмкинлек бирәсәк. Киңлектең эшсе исеме - "Башҡортостан йөрәге". Тиҙҙән төбәк етәкселеге менән кинокластер булдырыуҙы тикшереү күҙаллана.

"Башҡортостандың тарихи, тәбиғи өҫтөнлөктәре - креатив индустрия өлкәһендә принципиаль яңы проект булдырыу өсөн нигеҙ", - тине Илья Бачурин.

Секция аҙағында форумда ҡатнашыусыларға Башҡортостанда төшөрөү күҙалланған ике ҙур кинопроект тәҡдим ителде.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: