+20 °С
Болотло
Башҡортостандың беренсе вице-премьеры, иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов Сибайҙа донъя кимәлендәге «Шифа» балалар һауыҡтырыу лагеры барлыҡҡа киләсәген, бизнес-шерифтар форумы барышында белдерҙе. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ ысулы аша шәхси инвестициялар йәлеп ителәсәк.
Лагерь сменаһына 350-гә яҡын баланы ҡабул итәсәк. Уны 2024 йылдың 1 сентябренә асыу күҙаллана. Проекттың хаҡы 3 миллиард һум тәшкил итә.
“ Сибай өсөн был бик яҡшы проект, беҙҙең республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә уға оҡшаш юҡ”, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Моратов.