+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2023, 22:00

Өфөнән Ҡытайға «Көнсығыш экспресс»ы

Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында "Көнсығыш экспресы - экспорт һәм импорттың яңы мөмкинлектәре" секцияһы булды. Уны ойоштороусылар - Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы, Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле.

"2023 йылдың ғинуар - мартында Башҡортостан менән Ҡытай араһындағы тауар әйләнеше уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 34,6 процентҡа артҡан. Әгәр экспорт структураһын үҙ эсенә алған өлөштәргә бүлгәндә, шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Ҡытайға поставкаларҙың ҙур өлөшөн машина эшләү продукцияһы алып тора. Химия сәнәғәте продукцияһын һәм аҙыҡ-түлек тауарҙарын ташыу күләме иң аҙы. Рәсәйҙең Ҡытайҙағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы вәкилебеҙ Флүр Әсәҙуллиндың эше быға булышлыҡ итер тип ышанабыҙ", - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Флүр Әсәҙуллин секцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм Өфөнән Ҡытайға "Көнсығыш экспресы" булдырыу мәсьәләһен тикшерергә тәҡдим итте.

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: