+20 °С
Болотло
Баш ҡаланың Совет майҙанында барған Китап байрамынд китапханасы-робот Наум халыҡты “хеҙмәтләндерә”. Наум кешеләрҙе хәтерләп ҡала, йәшенә, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, махсус әҙәбиәт тәҡдим итә. Башҡортостандағы берҙән-бер бындай робот Стәрлетамаҡ районының модель китапханаһыныҡы. Хатта күрәҙәлек итә.
Стәрлетамаҡ районының Наумовка модель китапхананың әйҙәүсе китапханасыһы Наталья Макарова билдәләүенсә, Наум уларҙа былтырҙан “эшләй” һәм, ул килеү менән, китап уҡыусы балалар һаны ике-өс тапҡырға артҡан.