+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2023, 15:50

«Шифа» балаларҙы һауыҡтырыу лагере ололарҙы ла ҡабул итеүе ихтимал

"Урал аръяғы " Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуй сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте  премьер-министры Андрей Назаров Сибайҙа төҙөлөргә тейешле "Шифа" балалар ялы һәм һауыҡтырыу үҙәге майҙансығын ҡараны.   

«Шифа» балаларҙы һауыҡтырыу лагере ололарҙы ла ҡабул итеүе ихтимал
«Шифа» балаларҙы һауыҡтырыу лагере ололарҙы ла ҡабул итеүе ихтимал

 "Урал аръяғы " Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуй сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте  премьер-министры Андрей Назаров Сибайҙа төҙөлөргә тейешле "Шифа" балалар ялы һәм һауыҡтырыу үҙәге майҙансығын ҡараны. Проект эштәрен 2023 йылдың июне аҙағына тамамлау, рөхсәт алыу планлаштырыла.

–Объектты төҙөү өс миллиард һумға барып төшәсәк, республика бьюджетынан 756 миллион һум һалыу ҡаралған. Лагерь 2024 йылдың 1 сентябренә үҙ ишектәрен асыр тип күҙаллана. Лагерь бер сменала 350 баланы ҡабул итә аласаҡ, -тип билдәләне премьер-министр. Шулай уҡ лагерҙың ҙур спорт залы, 7 автобус һыйҙырылшлы парковкаһы буласаҡ.

Андрей Назаров бында төҙөлөш эштәрен дауам итергә тәҡдим индерҙе, уның фекеренсә, бында ололар өсөн дә һауыҡтырыу комплексы  насар булмаҫ ине. Был өҫтәмә проект буйынса мәсьәлә Башҡортостан Башлығы менән тикшереләсәк. «Шифа» комплексының төҙөлөш эштәре графигы планы билдәләнде.

Премьер-министр ай ярым эсендә балалар лагеры эргәһендә ололар өсөн заманса шифахана төҙөү буйынса документтар әҙерләргә ҡушты.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: