+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2023, 17:55

Кәрим Хәкимовтың хәтерен мәңгеләштереү һәм мираҫын һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде

"Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Хәкимов клубы" ултырышында ҡатнашты.

Кәрим Хәкимовтың хәтерен мәңгеләштереү һәм мираҫын һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде
Кәрим Хәкимовтың хәтерен мәңгеләштереү һәм мираҫын һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде

Билдәле дипломат Кәрим Хәкимов хөрмәтенә аталған Хәкимов клубы Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы башланғысы менән ойошторолдо. Уның составына дипломаттар, шәрҡиәтсе ғалимдар, Көнсығыш илдәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү маҡсатында ғилми һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәсәк журналистар инде.

Клуб Башҡортостанда тыуып үҫкән, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле булған һәм ғәрәп-фарсы донъяһы менән һәйбәт мөнәсәбәттәр төҙөүгә тос өлөш индергән.

Радий Хәбиров ултырышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм сараны Башҡортостанда, Кәрим Хәкимовтың тыуған төйәгендә, үткәреү ҡарары өсөн рәхмәт белдерҙе. "Яҡташыбыҙҙы халыҡ-ара берләшмәлә ныҡ хөрмәт итәләр, юғары баһалайҙар. Ул, ысынлап та, илебеҙҙең бөйөк дипломаттары пантеонына инә, - тине Радий Хәбиров. - Кәрим Хәкимовтың яҙмышы фажиғәле. Ул репрессиялана һәм атыла. Һөйәктәре ҡайҙа ята - белмәйбеҙ. Шуға күрә бөгөн Кәрим Хәкимов менән бәйле бөтә нәмәнең тергеҙелә башлауы беҙҙең өсөн бик мөһим".

Башҡортостан һәм тотош Рәсәй үҫеше өсөн байтаҡ эштәр башҡарған яҡташтарыбыҙҙың хәтере мәңгеләштерәсәк, тине төбәк етәксеһе. Айырым йөкләмәләр буйынса илсе Олег Озеров, Кәрим Хәкимовтың дипломатик эше әле Рәсәй Көнсығыш илдәре менән әүҙем хеҙмәттәшлекте үҫтергәндә ҙур әһәмиәткә эйә булды, тип билдәләне. "Беҙҙә күп дәүләттәр менән мөнәсәбәттәр тарихы бай, һәм был төбәктә Рәсәй дипломатияһына тап Кәрим Хәкимов нигеҙ һалды", - тине Олег Озеров.

Ултырышта ҡатнашыусылар Кәрим Хәкимовтың хәтерен мәңгеләштереү һәм мираҫын һаҡлау мәсьәләләрен, шулай уҡ Рәсәй менән ғәрәп донъяһы халыҡ-ара мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙең мөһим аспекттарын тикшерҙе.

Клуб эшендә совет дипломатының туғанының ҡыҙы Зарема Ғиндуллина ҡатнашты. Ул Башҡортостан етәкселегенә төбәктә Кәрим Хәкимов рухына иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: Республика Башлығы сайтынан.

 

Автор:
Читайте нас: