+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2023, 18:45

Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһе Башҡортостандың Милли музейына бирелде

Тарихи ҡомартҡы – Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһе Башҡортостандың Милли музейына тапшырылды.

Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһе Башҡортостандың Милли музейына бирелде
Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһе Башҡортостандың Милли музейына бирелде

Тарихи ҡомартҡы – Ғосман Ҡөрьәненең дыкүсермәһе Башҡортостандың Милли музейына тапшырылды.

Төп нөсхәһе 100 йыл элек Өфөлә һаҡланған үҙенсәлекле китапты төбәк Башлығы башланғысына ярашлы каллиграфия оҫтаһы, Үзбәкстандың Халыҡ-ара Ислам академияһы белгесе Хәбибулла Солиев төҙөгән. Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһе – Ташкенттағы Ҡөрьән музейында һаҡланған китаптың берҙән-бер алтын күсермәһе. Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейын асҡандан һуң ҡулъяҙма баҫма уның экспозицияһын тулыландырыуы ихтимал.

“Китап байрамы” майҙансығында сығыш яһаған Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин Ғосман Ҡөрьәнен Башҡортостанға ҡайтарыуҙың тарихи әһәмиәтен билдәләне

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: