Йәмғиәт
28 Мая 2023, 17:50

Өфө хосписына - китаптар

Китап байрамы сиктәрендә "Өфө хосписы" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһына китаптар тапшырыу тантанаһы үтте.

Өфө хосписына - китаптарӨфө хосписына - китаптар
Өфө хосписына - китаптар

Китаптарҙы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, "Бәхет биләмәһе" мәрхәмәтлек фонды, "Эдвис" уҡытыу-методика үҙәге, "Планета книги" компаниялар төркөмө тапшырҙы.

Хоспистың башҡарыусы директоры Радмила Сурначева әйтеүенсә, күргәҙмә дауамында махсус кәштә ойошторола һәм унда китапхана өсөн китаптар бер нисә көн ҡабул ителә.

- Беҙҙең өсөн хоспистағы кешеләрҙең үҙҙәрен өйҙәге һымаҡ тойоуҙары мөһим. Сөнки күпселек өйҙәрҙә китапханалар бар. Атайымдың да ҙур китапханаһы булды. Шуға уның йәшендәгеләр өсөн китаптарҙың мөһимлеген аңлайым. Хоспистағы китапханала һәр кем буш ваҡытын файҙалы итеп үткәреүе, китап уҡып рухи ҡәнәғәтлек алыуҙары мөһим, - тине ул.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас