+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2023, 22:35

“Томан” китап байрамына килде

Өфөлә тәүге тапҡыр уҙғарылған “Китап байрамы” халыҡ-ара күргәҙмәһенең һуңғы көнө лә үҙенсәлекле сараларға, ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға бай булды.      

“Томан” китап байрамына килде
“Томан” китап байрамына килде

Өфөлә тәүге тапҡыр уҙғарылған “Китап байрамы” халыҡ-ара күргәҙмәһенең һуңғы көнө лә үҙенсәлекле сараларға, ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға бай булды.  

"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире , билдәле шағирә Лариса Абдуллинаның "Заманым йыры" китабының исем туйы ла байтаҡ халыҡты тупланы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә арналған был китапты сығарыу тарихы ла күңелде тетрәндерерлек.

"Башҡортостан" гәзитен башҡорт егеттәре яу ерендә уҡып, Лариса Абдуллинаның шиғырҙарын бик оҡшата һәм "Томан" исеме аҫтында яуҙа йөрөгән егет уларҙы бәләкәй генә китапсыҡ итеп сығарыу идеяһын еткерә. Һалдаттарҙың хыялы тормошҡа аша, хәҙер был китапсыҡ кеҫәлә йөрөтөрлөк ҙурлыҡта эшләнгән.

А. Доставалов исемендәге батальон яугиренең үҙенең дә был сарала ҡатнашыуы осрашыуҙың йөкмәткеһен тәрәнәйтте.

Әйткәндәй, Лариса Абдуллинаның " Томан"ға арналған айырым бер шиғыры ла ингән был йыйынтыҡҡа.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: