+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2023, 22:30

Ҡунаҡ йыйҙы Әбйәлил

 V Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Әбйәлил районында яҙғы һабантуй ҙа үтте.

Ҡунаҡ йыйҙы Әбйәлил
Ҡунаҡ йыйҙы Әбйәлил

Яҙғы баҫыу эштәре алдынғыларын тәбрикләгән һабан байрамында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнашты.

“Беҙ, башҡорттар өсөн һабантуй – иң яратҡан байрамдарҙың береһе. Бында ауыл хужалығының алдынғы эшсәндәрен тәбрик итәбеҙ, сәсеү эштәренең уңышлы тамамланғанына ҡыуанабыҙ. Һабантуй – ул яҡшылыҡҡа ышаныуҙың символы ла, беҙҙең берҙәмлектең, рухи көстөң һынланышы ла.

Байрамды ябай булмаған осорҙа үткәрәбеҙ. Күп ир-егет алғы һыҙыҡта, Рәсәй өсөн, беҙҙең өсөн көрәшә. Улар барыбыҙҙың да имен-һау икәнен, эшләгәнебеҙҙе, һөргәнебеҙҙе, сәскәнебеҙҙе, үҫтергәнбеҙҙе һәм үҫкәнде күргеһе килә. Бөтәбеҙ ҙә уларға тыныс күк йөҙө өсөн, беҙҙең тыныслыҡты, хеҙмәтте һаҡлағандары өсөн, уларҙың ярҙамы арҡаһында ошондай байрамдар үткәрә алған өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Яугирҙәребеҙгә дан!” – тине Радий Фәрит улы үҙенеү тәбрикләү телмәрендә. – Бөгөн Урал аръяғын берләштергән һабантуй үтә. Ҡарағыҙ, күпме халыҡ килгән. Улар был байрамға лайыҡлы”.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: