+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2023, 23:15

“СМИротворец” Бөтә Рәсәй конкурсы

2023 йылда Этник-ара журналистар гильдияһы Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы һәм Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ярҙамында, дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса сараларға ярашлы, ХV  Бөтә Рәсәй “СМИротворец” Бөтә Рәсәй конкурсын үткәрә.

“СМИротворец” Бөтә Рәсәй конкурсы
“СМИротворец” Бөтә Рәсәй конкурсы

2023 йылда Этник-ара журналистар гильдияһы Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы һәм Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ярҙамында, дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса сараларға ярашлы, ХV  Бөтә Рәсәй “СМИротворец” Бөтә Рәсәй конкурсын үткәрә. Конкурсҡа 2022 йылдың 1 авгусынан 2023 йылдың 1 авгусына тиклем теле-, радиоэфирға сыҡҡан, баҫылған федераль, өлкә, республика, ҡала, район, этник киң мәғлүмәт саралары рус һәм Рәсәйҙең башҡа телдәрендә ҡабул ителә.

Сара милләт-ара һәм этник-конфессия мөнәсәбәттәр мәсьәләләрен киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыуға арнала.

Илебеҙҙә 194 халыҡ йәшәй, журналистикала этник-ара тематика иң ауыр темаларҙың береһе булып ҡала, шуға конкурсҡа айырым ҡараш булдырылған. Мәҫәлән, конкурста еңеүселәрҙе Рәсәй Президенты В.В. Путин сәләмләне. Илебеҙгә ҡаршы мәғлүмәт һуғышы шарттарында мәғлүмәт киңлегендә милләт темаһы буйынса эшләү айырым мәғәнәгә эйә.

Башҡа ижади бәйгеләрҙән айырмалы, “СМИротворец” - еңеүселәрҙе этник ижади коллективтар концерт программаһы менән тантаналы бүләкләү тантанаһы ғына түгел, шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр, уҡыу семинарҙары ла ойоштороласаҡ.

Башҡарыусы: Д.П. Санюк, +7 (495) 978-02-89, [email protected]

Тулыраҡ мәғлүмәттәр, конкурс шарттары “Милли акцент” сайтында: https://concours.nazaccent.ru
Эштәр 2023 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: