+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2023, 10:31

Ш. Бабич премияһына документтар 1 июлгә тиклем ҡабул ителә

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы иң талантлы һәм инициативалы йәштәргә бирелә.

Ш. Бабич премияһына документтар 1 июлгә тиклем ҡабул ителә
Ш. Бабич премияһына документтар 1 июлгә тиклем ҡабул ителә

Йәштәр премияһы ике йылға бер тапҡыр тапшырыла, күләме - 150 мең һум. Унда республика мәнфәғәтенә торошло, йәмәғәтселектә танылыу алған ижади проекттары булған 16-ан 35 йәшкә тиклемге йәштәр заявка ебәрә ала.

     Дәғүә итеүгә талаптар:

  • тәҡдим ителгәнгә тиклем кәмендә бер йыл алдан баҫылып сыҡҡан әҫәр, халыҡ алдында башҡарылған, күрһәтелгән сәнғәт әҫәре йәки төҙөлгән архитектура ҡоролмаһы;
  • әҙәбиәт әҫәрҙәре - матбуғатта тулыһынса баҫтырып сығарылғандан һуң;
  • музыка, театр, хореография, цирк, кинематография һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, улар менән күргәҙмәләрҙә, матбуғатта, концерттарҙа, театрҙарҙа һәм кинотеатрҙарҙа киң танышҡандан, билдәлелек алғандан һуң;
  • архитектура өлкәһендәге эштәр - бинаны, ҡоролмаларҙы йәки биналар һәм ҡоролмалар комплексын файҙаланыуға тапшырғандан һуң тәҡдим итергә мөмкин.

Коллектив күрһәтелгән осраҡта дәғүәселәр һаны 5 кешенән артмаҫҡа тейеш.

       Эштәр  Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 2-се йорт, 411-се бүлмә, адресы буйынса ҡабул ителә.

      Премия тураһында положение, кәрәкле документтар исемлеге һәм формаларын Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты сайтында https://molodez.bashkortostan.ru/activity/40117/  танышырға мөмкин.

 

 #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: