+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2023, 09:05

Илдең киләсәге - белемле йәштәр ҡулында

2023 йылдың 1 июнендә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында “Конституционализм, уның принциптары һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлау һәм үҫтереүҙә уларҙың роле” тип аталған VII йәштәр мәғариф уҡыуҙары үтте. Унда студенттар, магистранттар, аспиранттар һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Илдең киләсәге - белемле йәштәр ҡулында
Илдең киләсәге - белемле йәштәр ҡулында

2023 йылдың 1 июнендә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында “Конституционализм, уның принциптары һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлау һәм үҫтереүҙә уларҙың роле” тип аталған VII йәштәр мәғариф уҡыуҙары үтте. Унда студенттар, магистранттар, аспиранттар һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Пленар ултырышты асып, ҡунаҡтарҙы форумдың ғилми етәксеһе Хоҡуҡ институты профессоры, тарих фәндәре докторы Рәхимйән Йосопов сәләмләне. Форумда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, ул кеше һәм йәмғиәт тормошонда белемле булыуҙың мөһимлеген, Рәсәйҙең киләсәге белемле, аныҡ граждан позициялы, яуаплы йәштәр иңендә икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ҡатнашыусылар – улар Хоҡуҡ институтын тамамлаған Д. Аҡбулатов, Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы З. Байғусҡаров - билдәләүенсә, Дәүләт Думаһы йәмғиәттең актуаль мәсьәләләре буйынса фекер алышыр өсөн граждан йәмғиәтенә диалог майҙансығы булып тора. Шулай уҡ дәүләт механизмы өсөн закон сығарылыуҙың мөһимлеге лә әйтеп кителде.

Уҡыуҙарҙа төрлө мәсьәләләрҙе тикшереү өҫтөндә элек ошо институтта белем алған, хәҙер юрист булып эшләгән Марат Денекиев, Владислав Кривозубов, Хажи Магомадов, Айнур Хәбетдинов әүҙем ҡатнашты. Хоҡуҡ институтының традицияһына әйләнгән бындай сара йәштәрҙең ижади һәләтен тормошҡа ашырырға ныҡ ярҙам итә. Конференцияла ҡатнашыу бакалавр студенттарына, магистрант, аспиранттарға фәнни-ғәмәли эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүгә мөмкинлек аса, белем ҡеүәһен арттыра, улар халыҡ алдында сығыш яһау тәжрибәһе ала, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба.

Өфө фән һәм технологиялар университеты инициативалы, талантлы йәштәрҙе берләштерә, бында улар үҙҙәренең интеллектуаль һәм ижади талаптарын тормошҡа ашырырға мөмкинлек таба.

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас: